Иң мәргән уҡсыларға йылҡы малы. 15 июлдә Әбйәлил районында тәүге сиҙәмселәр иҫтәлегенә уҡ атыу буйынса турнир ойошторола. Ярышҡа төрлө йәштәге спортсылар саҡырыла.
Сиҙәм ауылы элек-электән игенселәр төбәге булараҡ билдәле. Ҡасабаға сиҙәмселәр нигеҙ һалған, улар ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеп иген сәскән. Шуға ла төбәктә икмәк ҡәҙерен белеүселәр, уны бешереүсе эшҡыуарҙар күп. Тап йүнселдәр башлағынсы менән был аҙнала Сиҙәмдә уҡтан атыу буйынса тәүге ярыш үтә. Турнирҙа иң мәргән ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-аттар асыҡлана. Ике төркөм еңеүсеһе лә тай менән бүләкләнәсәк