Башҡортостан Башлығы “Иннопром” халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында “ФедералПресс” мәғлүмәт агентлығына интервью бирҙе. “Яңы үҫеш нөктәләре барлыҡҡа килә. Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән сауҙа әйләнәше арта. Ул рекордлы суммаға - 1 миллиард ярым долларға етте. Бында импорт һәм экспорт юғары. Беларусь бик күп көнбайыш компанияларына лайыҡлы алмаш. Был республика беҙҙең өсөн төп партнерҙарҙың береһе. Үзбәкстан менән бәйләнештәр нығый. Ҡаҙағстан менән йылы мөнәсәбәттәбеҙ. Ҡытай, Беларусь, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Төркиәлә Башҡортостан вәкиллеген астыҡ”, - тип белдерҙе республика етәксеһе Радий Хәбиров.
“Беларусь республикаһы көнбайыш компанияларына лайыҡлы алмаш булды. Башҡортостан – ҙур аграр төбәк. Элек бик күп ауыл хужалығы техникаһын көнбайыштан алдыҡ. Мәҫәлән, комбайндар, тракторҙар. Санкция шарттарында уларҙың барыһын да гомель һәм “Полесье” комбайндары алыштырҙы. Бынан тыш, белорустар беҙҙең республикаға инвестиция ла һалырға теләй”, - тип белдерҙе Радий Хәбиров. “Беларусь машиналар эшләү тармағын һаҡлап ҡына ҡалмаған, уны ныҡ үҫтергән. Был дәүләт беҙгә шуға ла бик ҡыҙыҡлы”, - тигән ул.
“Беларусь республикаһы беҙҙең станоктар эшләү тәжрибәһе менән ҡыҙыҡһына. Бөгөн беҙҙең бер нисә станок эшләү предприятиеһы туғандаш республикала. Унда берлектәге компаниялар булдырыла. Белорустар шулай уҡ нефть химияһы сәнәғәте продукцияһы менән ҡыҙыҡһына. Башҡа йүнәлештәр ҙә бар. Мәҫәлән, Беларусь республикаһында “Коминтерн” фирмаһы эшәп килә. Унда ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр костюмы сығарыла. Компания Рәсәйҙәге беренсе кибетен Өфөлә асты. Башҡортостанда “Коминтерн” фабрикаһын ойоштороу планы ла ҡарала”, - тине интервьюһында Радий Хәбиров.