14 июлдә республикала “Айыҡ ауыл” конкурсы башлана

Ярыштың ойоштороу комитеты координаторы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева ошо турала белдерҙе.  “Айыҡ ауыл” – сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, халыҡтың рухи һәм физик һаулығын яҡшыртыу маҡсатында уҙғарыла. Конкурс 10 ай дауам итә, ике этаптан тора. Проект Башҡортостан башлығы Гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.