Республиканан шпага оҫтаһы Полина Хәйертдинова фехтование буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша. Ярыш июль аҙағында Италияла уҙғарыла. Турнирҙа беҙҙең ил спортсыларына ла сығыш яһарға рөхсәт ителде. Полина Хәйертдинова ҡылыс менән алышта көс һынаша.
Ул июндә Минск ҡалаһында союздаш дәүләт чемпионатында 3-сө урын яуланы.