Уларҙы ҡаршы алыу тантанаһы, йола буйынса Өфөнөң Совет майҙанында үтте. Яугирҙарҙы Башҡортостан Башлығы исеменән Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Яу яланында батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәр рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ялға ҡайтыусы яҡташтарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәленә сәскә һалды.