Асыҡ һауалағы сара Дим биҫтәһендә йәшәүселәрҙе генә түгел, тотош баш ҡала халҡын йыйҙы. Улар Айнур Асҡаровтың Мостай Кәрим әҫәре буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмын ҡараны. Тамашасылар өсөн эскәмйә, йомшаҡ ултырғыстар әҙерләнгәйне. Кинотаҫманы 500-гә яҡын кеше ҡараны.