Ватанға тоғро хеҙмәт итеүселәргә дәүләт наградалары. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операциянан ялға ҡайтыусыларға Миңлеғәле Шайморатов ордены һәм миҙалдары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон, «Барс» отрядтары хәрбиҙәре, өлөшләтә мобилизацияға йәлеп ителеүселәр бар. «Һеҙ фронт һыҙығында Ватаныбыҙ, тыныс тормошто тергеҙеү өсөн көрәшкән, уларға ышанып тапшырылған участкаларҙа яуаплы заданиелар үтәгән меңләгән яҡташтарыбыҙ өсөн илһамландырғыс өлгө булып тораһығыҙ. Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ», тине республика етәксеһе.