15 июлдә Әбйәлил районында «Ер көсө» республика этномәҙәни, илһөйәрлек фестивале үтә

15 июлдә Әбйәлил районының Байым ауылы биләмәһендә «Ер көсө» республика этномәҙәни, илһөйәрлек фестивале үтә. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған сараға хәрби хәрәкәттәр, ҡораллы көстәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары саҡырыла.

Майҙанда һәр кем бушлай медицина, психологик, социаль, юридик ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. Юғары квалификациялы белгестәр десанты килә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик рухта тәрбиәләүҙә ветеран ойошмаларының эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ.

«Ер ҡото» фестивалендә тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғалим-фольклорсылар, этнографтар, сертификаттары булған халыҡ табиптары ҡатнаша. Шулай уҡ майҙанда биҙәү-ҡулланма сәнғәт буйынса күргәҙмә-йәрминкәләр эшләйәсәк.