Атайсалға изге ғәмәлдәр йылы сиктәрендә Хәйбулла районы Һаҡмар-Наҙарғол ауылында яңы футбол майҙансығы төҙөлдө. Объектты асыу тантанаһында ауыл халҡы, урындағы хакимиәт етәкселеге ҡатнашты.
Сара сиктәрендә бағыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде. Башланғысты тормошҡа ашырыуҙа Мәскәүҙән Руслан Рәхмәтов һәм уның туғандары ярҙам күрһәткән. Футбол майҙансығында уҙғарылған тәүге турнир балаларҙа спортҡа тағы ла һөйөү уятҡан.
Ауыл халҡы Урындағы башланғыстарҙы яҡлау республика программаһында ҡатнашып, биләмәләге шишмәне таҙартҡан, ҡойма менән уратып алған. Төҙөкләндереү эштәренә һәр кем үҙ өлөшөн индергән. Район хакимиәте етәкселеге изге башланғысты башҡа ауылдар ҙа дәррәү күтәреп алыр тигән ышанысын белдерҙе.