Республика «Стимул» программаһы сиктәрендә федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү буйынса беренселәр рәтендә

Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» программаһы эшмәкәрлеге тикшерелде. Әлеге ваҡытта был программа буйынса Өфө, Октябрьский, Салауат ҡалалары һәм Өфө районында 12 объект төҙөлә, уларҙың өсөһөн быйыл файҙаланыуға тапшырыу планлаштырылған.

Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда «Стимул» федераль программаһы буйынса бер миллион 200 квадрат метр торлаҡ сафҡа индереү күҙаллана. Федераль мониторинг һөҙөмтәләренә ярашлы, федераль аҡсаларҙы йәлеп итеү буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында 12-се урынды биләй.