«Өфө» футбол клубы яңы уйынсылар - ҡапҡасы Олег Баклов һәм ярым һаҡсы Артём Гуренко менән контракт төҙөнө.
27 йәшлек Олег Баклов Екатеринбургтағы “Урал” командаһынан күсһә, “Өфө” футбол командаһының баш тренеры Сергей Гуренконың улы Артём Беларус чемпионатында уйнағайны. Ә үткән миҙгелде ярым һаҡсы “БелшИна” клубында үткәрҙе. “Өфө” командаһының асыҡ тренировкаһын иртәгә уҙа. Унда көйәрмәндәр яңы уйынсылар менән яҡындан танышып, һөйәләшә ала. Уйын иртәгә “Нефтсе” стандионында киске сәғәт алтыла башлана.