Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе даими хәстәрләй. Улар өсөн республиканан гуманитар ярҙам оҙатыла”. Журналист һәм блогер Ильяс Батыргәрәев беҙҙең радиоға биргән интервьюһында шулай тип белдерҙе. “Алғы һыҙыҡта ай ярым булып ҡайтҡандан һуң, тормоштағы ябай ғына әйберҙәрҙе лә ҡәҙерләй башлайһың. Ғаиләңә һәм яҡындарыңа нығыраҡ иғтибар бирергә тырышаһың”, - ти ул. Журналист алғы һыҙыҡтан әҙерләнгән репортаждарында хәрбиҙәрҙең яу юлын һәм көнкүрешен күрһәтә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИльяс Батыргәрәев бөтә башҡорт батальондарында булған. Шулай уҡ мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашҡан. “Беҙҙең ир-егеттәр барыһы ла герой”, - ти ул.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИльяс Батыргәрәев киләһе аҙнала тағы ла махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Уның видеояҙмалары менән социаль селтәрҙә һәм Телеграм-каналда танышырға мөмкин.