Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, Стәрлетамаҡ, Ейәнсура, Ауырғазы, Дәүләкән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарында ужым бойҙайы һәм шипкәнде, шулай уҡ борсаҡ урыуға төшкәндәр. Бөгөнгә 2 мең тонна уңыш йыйылған. “Быйыл бөртөклө һәм ҡуҙаҡлылар 10 көнгә иртәрәк өлгөрҙө. Хужалыҡтарға 1 миллион 760 мең гектарҙа урырға кәрәк. Аграрийҙарға уңыштар теләйем!” - тип яҙа Радий Хәбиров.