Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе Өфө хосписына кухня бүләк итте

Республика етәксеһе башланғысы менән ойошторолған паллиатив ярҙам үҙәге халыҡ проектына әүерелде. Уны төҙөүҙә һәм йыһазландырыуҙа төбәктең ҙур компаниялары ла, битараф булмаған халыҡ та ярҙам күрһәтте. Изге эшкә юристар ассоциацияһы ла ҡушылды.

Улар «ДоброПраво» проекты сиктәрендә балалар блогындағы аш-һыу бүлмәһен йыһазландырҙы. Хоспис эшмәкәрлеге менән Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты рәйесе урынбаҫары, Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина танышты. Шулай уҡ урындағы бүлексә паллиатив ярҙам алыусыларға бушлай юридик ярҙам күрһәтә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровҡа күләмле һәм кәрәкле «Өфө хосписы» проекты өсөн ҙур рәхмәт! Ошо минуттарҙа бергәләп, бер-беребеҙгә ярҙам итеп хәйриә проекттарын тормошҡа ашыра алыуыбыҙҙы аңлайбыҙ.

Ирина Панькина, Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе