Күгәрсен районында водитель йәйәүлене бәрҙергән

Юл-транспорт ваҡиғаһы төнгө сәғәт берҙәр тирәһендә, Воскресенск ауылында теркәлгән. Күрше ҡасабанан «Лада Приора» автомобилендәге 17 йәшлек егет юлдың һул яғынан барған 20 йәшлек ҡыҙҙы тапаған.

Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә алынған йәрәхәттәрҙән ҡыҙ ашығыс ярҙам машинаһы килгәнсе үк һәләк булған. Водителдең таныҡлығы булмауы һәм иҫерек килеш рулгә ултырыуы асыҡланған. Автомобилгә идара итергә уға 29 йәшлек машина хужаһы рөхсәт иткән. Юл-транспорт ваҡиғаһы осрағы буйынса тикшереү бара. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һәр кем ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса водителдәрҙең йәки йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары тураһында хәбәр итә ала. Телефон һандары: 8 (347) 279 32 92

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының телеграмм каналы һылтанмаһы: @GIBDDRB_02bot