Башҡортостанда журналистар өсөн яңы йәмәғәт бүләге булдырылды

 Киләһе йылдан район, ҡала һәм республика матбуғат хеҙмәткәрҙәренә Ризуан Хажиев исемендәге премия тапшырыла башлай. Ул республиканың социаль-сәйәси, иҡтисади, мәҙәни тормошон әүҙем яҡтыртҡан хәбәрселәргә тәғәйенләнә. Еңеүселә лауреат исеме һәм 50 мең һум аҡса бирелә. Заявкалар Башҡортостан Журналистар союзында 14 июлдән 25 майға тиклем ҡабул ителә. Премия менән бүәлкләү сараһы 14 июндә Матбуғат хеҙмәткәрҙәре көнөндә үтә. Ризуан Хажиев Республика Журналистар союзы рәйесе булып эшләй, ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ була, фән һәм публицистика менән әүҙем шөғөлләнә.