Республика журналистарының хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйә

Бөгөн Башҡортостан Журналистар Союзы менән Милли музей араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Иҫтәлекле сара Милли музей филиалы булған Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында ойошторолдо. Документҡа республика журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов менән Милли музейҙың генераль директоры Рөстәм Исхаҡов ҡул ҡуйҙы. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейы быйыл «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса капиталь ремонттан һуң ҡайтанан ишектәрен асҡайны. Яңыртылған музейҙа республика матбуғаты мөйөшө лә булдырылған. Кимлешеүгә ярашлы, киләсәктә бында Журналистар союзы менән берлектә төрлө саралар - ғилми-ғәмәли конференциялар, ижади осрашуҙар һәм башҡа тантаналар уҙғарылыуы көтөлә.

Бынан ары Журналистар Союзына яңы ағзалар ҡабул итеү ҙә башҡорт журналистикаһына нигеҙ һалған шәхестең йорт-музейында үтәсәк. Яңы йолаға бөгөндән нигеҙ һалынды. Союздың яңы ағзалары араһында республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны, яҙыусы һәм журналист Марс Әбдиев та бар. Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Марс Талип улы үҙенең хеҙмәте һәм хеҙмәттәштәре тураһында очерктар һәм ҡыҙыҡлы хикәйәләр ижад итә. Ул бер нисә әҙәби йыйынтыҡ авторы.