“Экология – һәр кемдең эше” премияһына ғаризалар ҡабул ителә

Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында 6 йәштән 17 йәшкә тиклемгеләр ҡатнаша ала. Премия тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән ҡыҙыҡлы фекерҙәр, башланғыстар һәм үҙенсәлекле проекттар өсөн тапшырыла. Заявкалар 1 октябргә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән экологияделокаждого.рф сайтында танышырға була.