Инвесторҙарға ярҙам һәм дәртләндереү программаһы ҡабул ителгәндән һуң тәүге «Инвестиция сәғәте» үтте

Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған кәңәшмәлә тиҫтәгә яҡын инвестиция проекты ҡаралды. Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса, яңы программала билдәләнгән ярҙам саралары 1 июлдән ғәмәлгә инде. Бынан тыш, инвестиция ҡануниәте лә камиллаштырылған. Эшҡыуарҙарҙың ғаризалары, ер участкаларын ҡуртымға биреү буйынса мөрәжәғәттәр тиҙерәк ҡарала, документтар пакетына талаптар кәметелгән.

Инвестиция сәғәтендә сәнәғәт, ауыл хужалығы, хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы башланғыстар тикшерелде һәм хупланды. Тәүге проект Ҡарман электр станцияһының икенсе блогын техник яҡтан яңыртыуға йәнәлтелгән. Заманса йыһазландырыу сығымдарҙы кәметергә, ҡеүәттәрҙе арттырырға булышлыҡ итәсәк. Проектҡа 5 миллиард һумға яҡын аҡса һалыу күҙаллана. Инвесторға һалым ташламаһы яһарға тәҡдим ителде.

Бөрөнән эшҡыуар Дмитрий Зырянов һанлы идара программаһы менән эшәләгән эшкәртеү станоктарын етештереү проектын тәҡдим итте. Инвестиция сәғәтенә уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткән аҙнала Бөрөгә эш сәфәре барышында саҡырған. Станоктар нефть-газ тармағы, электроника сәнәғәте, машиналар эшләү, медицина өлкәһе өсөн тәғәйенләнгән. Әҙер продукция Рәсәй төбәктәренә һәм сит илдәргә оҙатыла. Эшҡыуар етештереү ҡеүәттәрен арттырыуға 160 миллион һум аҡса һалырға ниәтләй, был суммаға яңы корпус төҙөргә һәм заманса ҡоролмалар һатып алырға мөмкин. Радий Хәбиров инвесторға ярҙам юлдарын барларға ҡушты. Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереү фондынан ташламалы займ биреү мөмкинлеге ҡараласаҡ.

Туймазы районының Ҡандры ауылында логистика үҙәге төҙөргә йыйынған «Реса» компанияһы ла дәүләт ярҙамына мөржәғәт итә ала. Инвесторҙар үткән йылда Ҡандры ҡатнаш аҙыҡ заводының комплексын һатып алған. Урыны уңайлы, транспорт инфраструктураһы бар, ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау, таратыу, ташыу бик ҡулай. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт ярҙамы талап ителә, үҙебеҙ 241 миллион һум аҡса һалырға ниәтләйбеҙ, ти компания вәкилдәре.