Әле баш ҡаланың йәмәғәт биләмәләрендә күләмле реконструкция эштәре бара. Парк-скверҙарҙың яңыртылыуы Республика Башлығы Радий Хәбировтың етди күҙәтеүендә. Төҙөкләндереү саралары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Өфөнөң Затон биҫтәһендә ҡасандыр ҡамыш үҫкән һаҙлыҡ урынды танырлыҡ та түгел. Реконструкцияның тәүге этабында күл төбө таҙартылып, метр ярым тәрәнлектә ләм сығарылһа, әле һыу ятҡылығы тирәләй һуҡмаҡ һалына, биләмә төҙөкләндерелә. Халыҡ өсөн яңы ял зоналары булдырыла.
«Тулҡын» паркында күләмле реконструкция эштәре 2018 йылда башланды. Ошо ваҡыт эсендә ял урыны танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Йәйәүлеләр, велосипедта йөрөүселәр өсөн юлдар яңыртыла, скейтпарк, балалар уйын майҙансығы, «автоҡаласыҡ» барлыҡҡа килә. Иҫәп буйынса икенсе күл биләмәһендә төҙөкләндереү эштәренең финиш һыҙығына яҡынлашыуы - үҙе бер ҡыуаныс. Объектты сентябргә файҙаланыуға тапшырыу ҡаралған.
Мәҙәни мираҫ объект һаналған Аксаков баҡсаһында ла күләмле реконструкция эштәре бара. Ул ҡала халҡының теләгенән сығып төҙөкләндерелә. Ун йәмәғәт биләмәһе араһынан тауыш биреү һөҙөмтәһендә еңеп сыҡҡайны. Парк зонаһы уңайлы ҡала мөхитен булдырыу федераль проектына эләкте. Һөҙөмтәлә эште башҡарып сығыуға 243 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде
Парктың дөйөм майҙаны - 3 гектарҙан ашыу. Реконструкция барышында ул тарихи ҡиммәтен һәм тышҡы йөҙөн юғалтмай, заман талаптарына ярашлы үҙгәртелә. Яңы балалар уйын майҙансығы, скейт-парк, асыҡ китапхана, сәхнә, йәшел сиҙәм булдырыу ҡаралған, күл янында амфитеатр буласаҡ. Парктың визит карточкаһына әйләнгән «Ал сәскә» композицияһын Аксаковтың ғаиләһен сағылдырған яңы скульптура алыштыра, унда ла ал сәскәне күреп буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Пушкин урамы яғынан 1956 йылғы колонналар менән арканы тергеҙеү бурысы ҡуйылған.
Былтыр ноябрҙә яңыртылғандан һуң асылған Өфөнөң Дим биҫтәһендәге Үҙәк паркты ла яңы объекттар менән байытыу эше дауам итә. Яңыраҡ унда тимер юлы элементы булараҡ рельстар һалынды. Әлегә вагон юлда, йәғни косметик ремонтта. Төҙөкләндерелгәндән һуң ул интерактив музей булараҡ файҙаланыла башлай.
Киләһе йыл Өфө 450 йыллыҡ юбилейын ҡаршылай. Республика етәкселеге ҡушыуы буйынса йәмәғәт киңлектәренә, парктарға һәм скверҙарға айырыуса иғтибар йүнәлтелә. Быйыл Аксаков паркы, Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы эргәһендәге сквер, яңыртылған Ҡурсаҡ театры алдындағы аллея, Сергей Михалев скверы файҙаланыуға тапшырыла. Бынан тыш, тиҙҙән «Нефтехимиктар» мәҙәниәт һәм ял паркы реконструкцияһының икенсе сираты башлана.
Гөлназ Хәйбуллина