Өфөлә водителдәрҙең аптечкаһын тикшереү берҙәм акцияһы үтте

Берҙәм акция. Өфөлә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы водителдәрҙең аптечкаһын тикшерҙе. Күләмле акция барышында беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса күнекмәләр иҫкә төшөрөлдө. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Ғәҙәттә, инспекторҙар автоһәүәҫкәрҙәрҙең документтарын, страховка полисын һәм водителдең хәл-торошон ҡарай. Әммә был юлы үткән рейдта автомобиль салондарында аптечка барлығы тикшерелде.

Автомәктәптәрҙә беренсе ярҙам күрһәтеү дәрестәренә бер-нисә сәғәт бүленгән. Ләкин үткән темаларҙы медицина һөнәренә эйә булмаған кешеләр тиҙ онота, ти белгестәр. Шуға күрә ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кәрәк буласаҡ күнекмәләрҙе иҫкә төшөрөп тороу мөһим. Рейдҡа инспекторҙар менән бергә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә сыҡты.

Айырыуса иғтибар ҙур йөк машиналары водителдәренә бирелде. Уларға автоинспекторҙар эҫе көндәрҙә арығанлыҡ йәки йоҡо баҫыу билдәләре булыу менән туҡтап ял итеү кәрәклеге хаҡында иҫкәртте.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл хәрәкәте фажиғаләренең күбеһе йәй осорона тура килә. Бының бере-нисә сәбәбе бар. Улар - эҫелектән хәлһеҙләнеү, ҡояштың күҙҙе сағылдырыуы һәм башҡалар. Аҙна башында республикала аномаль эҫе һауа торошо теркәлде. Өфөлә генә ике көн эсендә 73 авария урынына ашығыс ярҙам саҡырылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтеү өсөн автомобиль салонында аптечка алып йөрөү кәңәш ителә.

Әлфинә Килдейәрова