Яңауылда Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллинға бюст асылды

Скульптура Хәрби дан монументының бер өлөшө булып тора. Унда Игорҙың яҡташтары – өс Советтар Союзы Геройының барельефы ҡуйылған.

Игорь Нәсибуллин 2022 йылдың 25 мартында Изюм ҡалаһында дошман ҡулына күскән плацдармда ҡыйыулыҡ күрһәтә. Рота менән оҫта етәкселек итә. Нацистарҙың 3 танкын һәм 6 хәрби машинаһын юҡ итә. Тәүгеләрҙән булып юғары нөктәне ала. Сираттағы һөжүм ваҡытында Игорҙың танкына ут ҡаба. Дошман экипаж ағзаларына бер туҡтауһыҙ пуля яуҙыра. Наводчик-операторға ярҙам итеп торған Игорь ҡаты яралана һәм һәләк була.

Яңауыл районы Иҫке Вәрәш ауылындағы урамдарҙың береһе Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин исемен йөрөтә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров өлкән лейтенанттың ата-әсәһенә Генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ҡыйыу яҡташыбыҙға бағышланған фильм төшөрҙө.