1 июлдә Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы көсөнә инде. Ҡануниәткә үҙгәрешкә ярашлы, эшҡыуарҙарҙан заявканы ҡарау ваҡыты кәмей, ер биреү тәртибе һәм документтарға талаптар йомшара. Ултырышта сәнәғәт һәм ауыл хужалығында проекттар ҡаралды. Ҡарман дәүләт район электр станцияһын үҙгәртеп ҡороу өсөн 4,7 миллиард һум йәлеп итеү ҡарала. Турбиналарҙы яңыртыу энергия етештереү ҡеүәтен арттырырға мөмкинлек бирә. Туймазы районы Ҡандра ауылында контейнер майҙансығы һәм элеваторы булған логистика таратыу үҙәге төҙөлә. Проект 241 миллион һумға баһалана, 60 кешегә эш урыны була. Радий Хәбиров инвесторҙарға һалым льготалары бирергә, компенсация түләргә тәҡдим итте.