Баймаҡ районы оҫталары «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестиваленә әҙерләнә

11-13 августа Граф күле буйында ойоштороласаҡ сараға йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән хужалыҡтар саҡырылған. Ишмырҙа ауылында йәшәүсе Әфләтүновтар ғаиләһе хаҡында киләһе сюжетта.

Әҡлимә Әфләтүнова бейә һауыу миҙгелен һағынып көтөп ала.Ҡасандыр ҡәйнәһенән өйрәнеп ҡалған был һөнәре хәҙер уға ярайһы ғына килем килтерә.Шәхси хужалығында бөгөн ул 5 бейә һауып, ҡымыҙ етештерә.

Әҡлимә Әфләтунова- ҡымыҙ оҫтаһы. 2015 йылда Әлшәй районында үткәрелгән республика ҡымыҙсылар конкурсына йылҡы ите ризыҡтарын һәм 18 төр ҡымыҙ эшләп алып бара. Һөҙөмтәлә гран ‐при яулап, бүләккә айғыр ала.Быйыл иһә «Башҡорт аты» халыҡ‐ара фестивалендә ҡатнашырға әҙерләнә.

30 йыл уҡытыусы булып эшләп бөгөн хаҡлы ялда булыусы мөғәллимә һис тик тормай. Гөрләтеп баҡса үҫтерә, мал‐ тыуар, ҡош ‐ҡорт аҫрай.Һәр хужабикәнең аш ‐һыу сере булған кеүек, батырҙар эсемлеген яһау нескәлектәре лә бар Әҡлимә ханымдың. Шуғалыр ҙа уның ҡымыҙын урындағылар теләп ала.

Р.Рәхимова