Ул Сипайлово биҫтәһенең Максим Рыльский урамында урынлашҡан. Бина эсендә футбол манежынан тыш, тренер, процедура һәм табип кабинеттары, шулай уҡ спорт инвентарҙарын һаҡлау өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Спорт объекты көнөнә 600-ҙән ашыу кешене ҡабул итә аласаҡ. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр металл конструкцияны ҡора башлаған. Ул йәмғеһе 120 тонна тимерҙән тора. Яңы физкультура-һауыҡтырыу комплексын йыл аҙағында файҙалыуға тапшырыу көтөлә.