Ярыш бөгөн һәм иртәгә Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромында үтә. Халыҡ өсөн сәмле бәйгенән тыш, сағыу тамаша тәҡдим ителә, төрлө күңел асыу саралары ойошторола. Һыбайлылар башҡорт тоҡомло аттарҙа ярыша. Сентябрҙә финал ярышы уҙа. Быйыл еңеүселәрҙе бүләкләү өсөн 10 миллион һум бүленгән.