Бөрйән районында боронғо нәҫелдәрҙең береһе Манаповтар шәжәрә байрамын уҙғарҙы

Рәсәй төбәктәре һәм донъяның төрлө илдәренә таралышҡан туғандар урындағы һабантуй майҙанында йыйылды. Ҡаҙанда ҡорбан ашы, яланда байрам. Манап нәҫеле Бөрйән районының күсле һәм көслө тоҡомдарының береһе. Уларҙың шәжәрә ағасы тамырҙары тәрән, тарихы бай. Район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов билдәләүенсә, иң мөһиме туғанлыҡ ептәрен йәш быуынға еткереү.

Манап балалары сәхнә түренән нәҫел ептәрен тағатты. Үҙҙәре менән таныштырҙы, шәжәрә ағасындағы урынын күрһәтте.

Байрамды Фәһимә Манапова ойошторған. Башта ул хәбәрләшеү селтәрҙәре аша туғандарҙы бергә туплаған. Осрашыу уҙғарыуҙы тәҡдим иткәс улар ҡушҡуллап риза булған.

Батыр Үтәбаев шәжәрә байрамына Ҡаҙағстандан ҡайтҡан. Манаповтарға ул әсәһе яғынан туған. Әле Батыр ғаиләһе менән Павлодар ҡалаһында йәшәй. Шәжәрә тамырҙарын барлау, оҙаҡ күрешмәгән туғандарҙың хәлен белешергә, туған яҡтың һауаһын һуларға сәбәп булды ти ул.

Шәжәрә байрамында нәҫелдең ағинәйҙәре һәм кинйәләре тәбрикләнде. Яңы Монасип ауылынан Сәмәрә Манапова 91 йәштә. Йәш быуынға ул изге тәләктәрен еткерҙе.

Йәйге селләгә ҡарамаҫтан, Манаповтар һабантуй майҙанында рәхәтләнеп күңел асты. Туғандар төрлө ярыштарҙа ҡатнашты. Асыҡ һауала, ҡаҙанда бешкән ҡорбан ашы менән һыйланды.