Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, оло йәштәге иргә үҙҙәрен банк хеҙмәткәре булараҡ танытҡан кешеләр шылтыратҡан. Мутлашыусылар пенсионерҙы банк картаһынан аҡсаһын алып икенсе иҫәпкә күсерергә күндергән. Бындай шикле ҡылыҡты күреп ҡалған полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе туҡтатырға тырышҡан, әммә ул хоҡуҡ һаҡсыларын тыңларға теләмәгән. Төрлө сауҙа үҙәктәрендә банкомат аша мутлашыусыларға бөтә аҡсаһын күсергән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтПолиция таныш булмаған шылтыратыуҙарға яуап бирмәҫкә кәңәш итә. Шик тыуған осраҡта, банкка федераль рәсми телефон номеры буйынса үҙ аллы мөрәжәғәт итергә йәки хоҡуҡ һаҡсыларына хәбәр итергә кәрәк.