Республикала янғындарҙың интерактив картаһы булдырылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында республика биләмәһендә сыҡҡан янғындарҙың интерактив картаһы барлыҡҡа килде. Ул көн һайын оператив мәғлүмәттәргә ярашлы яңыртылып тора. “Был халыҡҡа, шул иҫәптән туристарға мәғлүмәт еткереү өсөн кәрәк. Улар ҡайҙа хәүеф янауын белергә тейеш”, - ти комитет рәйесе Фәрит Ғүмәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт