Төҙөлөш эштәре «Атайсал» проекты сиктәрендә башҡарылған. Ауылды икегә бүлеп аҡҡан баҫыу йылғаһы аша баҫма таушалған була. Эшкә тотонор алдынан ауыл халҡы тәүҙә йылға ярҙарын сүп-сарҙан таҙарта, ҡырсынташ, ҡом килтерә, ағас материалдар һатып ала. Ауыл советы изге ғәмәлгә техника менән ярҙам күрһәтә. Ағас күпер быйыл сафҡа ингән, ул ике ярҙы тоташтыра.
Ауылдаштар көсө менән урында Бөйөк Ватан Һуғышы ветерандарына арналған һәйкәл, шулай уҡ ял паркы асылған. Ул Ҡурғашлыларҙың яратҡан ял урынына әйләнгән. Ә Тирәкле ауылында яҡташтар көсө менән «Ихлас» мәсете сафҡа ингән. Иман йорто урындағы эшҡыуарҙар, ауыл һәм район халҡы көсө менән 4 йыл эсендә күтәрелгән. Тирәкле ауылы халҡы тәүгеләрҙән булып «Атайсал» проектында ҡатнаша һәм иман йортон төҙөп бөтөрөүгә ирешә.