Ишембай районы Ҡыяуыҡ ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Урындағы хакимиәт етәкселеге биләмәлә медицина бүлексәһен ойоштороуға буш бина табып, документтарҙы теүәлләй, төҙөлөш эштәренә бағыусыларҙы йәлеп итә. Фап асыу тантанаһынан киләһе яҙма.

Ҡыяуыҡта йәшәүселәр яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын ҡыуанып ҡабул итте. Быға тиклем беренсел медицина ярҙамы уларға күрше Йәнырыҫ ауылында күрһәтелгән. Ишек алдындағы таҫма тантаналы шарттарҙа ҡырҡылғандан һуң фельдшер Рәхилә Бикташева ҡунаҡтарҙы яңы эш урыны менән таныштырҙы. Бында халыҡты ҡабул итеү, процедуралар яһау өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ҡул аҫтында тейешле медицина ҡорамалдары. Бинаға һыу, йылытыу системаһы ла үткәрелгән.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты өс ауыл халҡын - йөҙҙән ашыу кешене хеҙмәтләндерә, уларҙың 12-һе балалар. Тәүге эш көнөндә үк бында аҡ халатлыларға күренергә теләүселәр күп булды. Сифатлы медицина ярҙамына ихтыяж юғары.

Медицина бүлексәһе Петровское табип амбулаторияһы ҡарамағында эшләй. Ишембай үҙәк район дауаханаһынан 48 саҡрым алыҫлыҡта. Урындағы халыҡҡа хәҙер йыраҡҡа йөрөргә кәрәкмәй, фельдшер-акушерлыҡ пунктына килеп кенә лә диспансер тикшереүҙең тәүге этабын үтергә, прививка ҡаҙатырға мөмкин. Шул уҡ ваҡытта бында дарыу һатып алыу мөмкинлеге лә булдырылған.

Гөлназ Хәйбуллина