Уларҙа фермерҙар һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар үҙ баҡсаларында үҫкән йәшелсә, емеш-еләк һәм башҡа продукциялар менән сауҙа итте. Ҡала ерендә йәшәүселәр ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙән туранан-тура һатып алды.
Өфөлә ғәҙәттәгесә төп йәрминкә Спорт һарайы эргәһендә ойошторолдо. Йәйге ялдар осоро булыуға ҡарамаҫтан, йәрминкәләрҙә клиенттар етерлек. Күп һатып алыусылар тәҡдим ителгән продукцияның экологик яҡтан таҙа, әммә айырым төрҙәрҙең юғары булыуын билдәләй.