1957 йылдан алып билдәләнеп килгән байрам июлдең өсөнсө йәкшәмбеһендә тура килә. Ошо уңайҙан Хәйбулла районында һөнәренә тоғро хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Байрам сараһы Петропавловка ауылындағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Урындағы «Башҡорт баҡыры» ойошмаһы тау-байыҡтырыу өлкәһендә оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән 75-тән ашыу хеҙмәткәрҙе рәхмәт хаттары, почет грамоталары менән бүләкләне. Тантаналы сара йыр-моң менән дауам итте.