Ватан һаҡсылары онотолмай. Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Азат Әбүталипов иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылды. 2014 йылда контракт буйынса хәрби хеҙмәт юлына баҫҡан Азат Әбүталипов Рәсәй президенты указы буйынса һәләк булғандан һуң Ҡаһарманлыҡ» ордены менән бүләкләнде. Тулыраҡ мәғлүмәт Флорида Ким яҙмаһында.
Бәләкәй саҡтан хәрби булырға теләгән Азат Әбүталипов һуңғы һулышына тиклем ил өсөн тоғро хеҙмәт иткән. Уның ғүмере Украиналағы махсус хәрби операцияла теүәл бер йыл элек өҙөлгән. Илһөйәр һалдаттың исеме Ауырғазы районы Иҫке Әпсәләм ауылында мәңгеләштерелде.
Буласаҡ һалдат мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында белем алған. Тарихсы һөнәрен Азат Зәки улы осраҡлы һайламаған. Тыуған иленең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге уның өсөн уның өсөн айырым әһәмиәткә эйә була.
Хәрби һөнәргә ынтылышы Азат Әбүталиповты контракт буйынса хеҙмәткә килтерә. 2014 йылдан алып уның тормошо ҡыҙыу нөктәләр һәм илде һаҡлау менән бәйле булған.
Өлкән сержант Азат Әбүталипов махсус хәрби операцияла инженер-штурм бүлеге командиры вазифаһында мөһим һөнәри бурыстар үтәп һәләк булған. Ил президенты указы буйынса ул «Ҡаһарманлыҡ» һәм Миңлеғәле Шайморатов ордендары менән бүләкләнгән.
Флорида Ким