Танылған башҡорт шағиры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуыуына 85 йыл тулыу уңайынан Ҡырмыҫҡалы районы Абдулла ауылында хәтер сараһы үтте. Осрашыуҙа әҙиптең ауылдаштары, туғандары, ижадташ дуҫтары ҡатнашты.
Сара сиктәрендә шәжәрә байрамы, Иҫке Бәпес ауылы тарихына арналған китаптың исем туйы ла үтте. Ауыл уңғандарына, хеҙмәт алдынғыларына Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.