Башҡортостан йәштәре «Ағиҙел тулҡынында» тип исемләнгән урам мәҙәниәте фестивалендә ҡатнашты

Күләмле сараны Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Эшҡыуарлыҡ буйынса агентлыҡ һәм «Минең бизнес» үҙәге ярҙамында ойошторҙо. Фестивалдә стритбол, стритворкаут буйынса ярыш, интеллектуаль уйындар - шахмат һәм шашка буйынса турнир, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтте.

Фестивалдә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы буйынса бушлай консультациялар уҙғарылды, шулай уҡ бизнес-уйын ойошторолдо. Мәҙәни-спорт программа менән байытылған сараға Башҡортостандың күрше төбәктәрендә йәшәүселәр ҙә шаһит булды.