Инвалидтарҙың Бөтә Рәсәй 4-се йәйге спартакиадаһы башланды

Мөмкинлектәр сикһеҙ. Инвалидтарҙың Бөтә Рәсәй 4-се йәйге спартакиадаһы башланды. Быйыл ул ике ай ярым дауамында илдең ете төбәгендә үтә. Башҡортостанда ярыш «Өфө» һәм «Салауат» спорт ареналарында уҙа. Спартакиаданы асыу тантанаһында Рәсәйҙең 22 төбәгенән ярты меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Мәҙәни программанан һуң мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар йөҙөү дисциплинаһында һынау тотто. Илле метр арауыҡҡа «ирекле стилдә» иң көслөләр асыҡланды.

Республика өсөн почетлы миссия тапшырылды - инвалидтарҙың йәйге Спартакиадаһын тәүге тапҡыр уҙғарабыҙ. Рәсәй буйынса мөмкинлектәре сикләнгән спортсылар төрлө дисциплиналар буйынса ярыша. Сара сиктәрендә ил кимәлендә яңы рекортдар ҡуйылыр тип көтәбеҙ.

Евгений Емельянов, Инвалидтарҙың 4-се Бөтә Рәсәй йәйге спартакиадаһы баш судьяһы