Республика Хөкүмәте ултырышында программа үтәлеше ҡаралды. 6 ҡалала рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү өсөн 2 миллиард һум тотонолған. Йыл аҙағына тиклем 5 урында үҙгәртеп ҡороу тамамланырға тейеш. Бынан тыш, ҡалалар янында яңы полигондар төҙөлә. Ултырышта бөтә эштәрҙе ваҡытында башҡарыу бурысы ҡуйылды.