“Аҡыллы ҡала – аҡыллы ил” форумында алдынғы һанлы алымдарҙы ғәмәлдә ҡулланыу мәсьәләһе ҡарала

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәртәбәле сара 26-28 июлдә “Торатау” Конгресс-холында ойошторола. Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев сәләмләү ебәргән. “Халыҡ-ара эксперттар ҡалалар үҫешендә алдынғы технологияларҙы ҡулланыу буйынса тәжрибә уртаҡлаша. Форум яңы алымдарҙы ғәмәлдә файҙаланыу менән отошло”, - тип белдергән министр.