Башҡортостандың йәш артистары һәләтен күрһәтә ала

 Республика халыҡ ижады үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, “Театраль Өфө” фестиваленә заявкалар ҡабул ителә. Унда балалар һәм йәштәр театрҙары ҡатнаша ала. 15 сентябргә тиклем спектакль видеояҙмаһын ебәрергә кәрәк. Финал октябрь аҙағында Милли йәштәр театрында ойошторола.