Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллинға бюст асылды

Батырҙың тыуған көнөндә үткәрелгән сарала уның ата-әсәһе, туғандары һәм яҡындары, урындағы халыҡ ҡатнашты. Башҡортостан башлығы исеменән уларҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев тәбрикләне. «Ысын офицер, танк ротаһы командиры Игорь Леонидович Тыуған иленә һәм хәрби бурысына һуңғы һулышына тиклем тоғро ҡалды һәм иптәштәрен ҡотҡарып һәләк булды, - тине парламент рәйесе.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән геройлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Игорь Нәсибуллинға Президент Указына ярашлы Рәсәй Геройы исеме бирелде. Нәсибуллиндар ғаиләһендә барлыҡ ир-егеттәр ҙә хәрби кешеләр. Геройҙың атаһы Леонид Ғилмийәр улы - майор, өлкән ағаһы Александр шулай уҡ майор, Рәсәй армияһы офицеры. Константин Толкачев, Геройҙың ата-әсәһенә мөрәжәғәт итеп, Рәсәй армияһы офицерын, Башҡортостандың данлы улын тәрбиәләгәндәре өсөн уларға ихлас йөрәктән рәхмәт белдерҙе.