Уҙған төндә Искра ауылындағы йорттарҙың береһен ут ялмап ала. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә ике кеше зыян күрә. Ҡазаға тарыусылар Өфөләге 18-се ҡала клиник дауаханаһының тән бешеү бүлегенә оҙатылған. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса йортто йәшен атҡан.
Шулай уҡ үҙған төндә тағы ла бер янғын Стәрлетамаҡ районы Яңы Краснояр ауылында теркәлде. Йәштәр урамындағы магазиндың сауҙа залы зыян күрә. Ут ярты сәғәт эсендә һүндерелә. Бәхеткә күрә, кешеләр араһында ҡазаланыусылар юҡ. Әле ваҡиға урынында Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй.