Башҡортостан торлаҡ төҙөлөшө буйынса алдынғы ун төбәк иҫәбендә ҡала

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 2023 йылдың тәүге ярты йыллығында беҙ Рәсәйҙә - 8-се, Волга буйы федераль округында 2 - се урында. Алты айҙа республикала былтырғыға ҡарағанда, 5,6 процентҡа күберәк торлаҡ сафҡа индерелгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, әле иң ҙур инфраструктура объекттары Затон-Көнсығыш биҫтәһендә төҙөлә.

Ағиҙел аръяғы тип аталған биләмә яҡын киләсәктә баш ҡалала торлаҡ төҙөлөшөнөң төп йүнәлеше булып торасаҡ. Эш «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Стимул» федераль программаһы буйынса бара. Башҡортостан унда 2019 йылдан алып ҡатнаша һәм йәлеп ителгән финанс күләме буйынса төбәктәр араһында лидер булып тора. «Ағиҙел аръяғында 9 миллион квадрат метр торлаҡ - тотош яңы ҡала төҙөргә ниәтләйбеҙ. Унда тормош уңайлы булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ», тип яҙған Башҡортостан Башлығы.