Күп балалы ғаиләләр ипотека кредитын тулыһынса йәки өлөшләтә ҡаплау өсөн дәүләт ярҙамы алыу хоҡуғына эйә. Ғаилә федераль ярҙам менән өсөнсө йәки сираттағы балаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған осраҡта файҙалана ала.
Ярҙам сараһы бүленгән осраҡта ғаиләләге өлкән баланың йәше иҫәпкә алынмай. 450 мең һум тәшкил иткән түләүҙәрҙе юллау өсөн ата-әсәләргә тура банкҡа мөрәжәғәт итергә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша ғариза тултырырға кәрәк. Аҡса шәхестең ҡулына түгел, кредит тапшырған банк иҫәбенә күсерелә.