Бөгөн һәм иртәгә Башҡортостандың ҡайһы бер төньяҡ райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана, тип иҫкәртә Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.
Ҡотҡарыусылар ут сыҡҡан осраҡта кисекмәҫтән 112 номерына шылтыратырға кәңәш итә. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта республикала урман янғындары юҡ, булғандары һүндерелгән.