Ҡаҙағстандың Астана ҡалаһында уҙған халыҡ-ара ярыштарҙа 27 илдән 238 спортсы ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкилдәре уңышлы сығыш яһаны. Уларҙың барыһы ла быйыл апрелдә Чечен республикаһында ойошторолған билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары.
Астаналағы ярыштың классик стилендә Артур Зөлҡәрнәев 82 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында бил һынашты. Ул барлыҡ дәғүәселәрен дә еңеп алтын миҙалға лайыҡ булды. Бынан тыш, Башҡортостан спортсылары Алена Фәтихова, Алина Пухова һәм Дмитрий Балянов үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә донъя чемпионы исемен яуланы. Дөйөм команда беренселегендә Рәсәй командаһы беренсе баҫҡысҡа күтәрелде. Икенсе, өсөнсө урындарҙа Ҡаҙағстан һәм Төркмәнстан.