Радий Хәбиров «РГД эшкәртеү Салауат» йәмғиәтенең яңы башҡарма директоры Сергей Кращук менән осрашты

Яҡтар төбәк биләмәһендә артабан үҙ-ара эш итеү һәм яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең 75 йыллығына әҙерлекте, Салауат ҡалаһында йәшәүселәргә медицина хеҙмәтләндереүе сифатын күтәреү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан башлығы предприятиеның яңы етәксеһенә уңышлы эш теләне.