Йәмәғәт советы ағзалары юл төҙөлөшөн тикшерҙе

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары Көнсығыш сығыу юлында алып барылған төҙөлөштөң сифатын баһаланы. Әлеге ваҡытта объектта эш 75 процентҡа теүәлләнгән. Аҙна аҙағында Өфө йылғаһы аша һалынасаҡ күпергә һәм эстакадаға асфальт түшәләсәк. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфөнөң Салауат Юлаев проспекты. Тоннелдең төньяғында ла, көньяҡ өлөшөндә лә йәнлелек күҙәтелә. Төҙөлөш идаралығы әйтеүенсә, объектта эш бөгөн 80 процентҡа тиклем теүәлләнгән. Әле инженер-коммуникация селтәрҙәрен монтажлау алып барыла. Ай аҙағында тоннель эсендә махсус юл ҡатламы түшәләсәк.

Тап ошо арауыҡты бөгөн Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары ла үтте. Улар объект төҙөлөшөн тикшерҙе, технологияһы менән ҡыҙыҡһынды. Өфө йылғаһы аша һалынған күпер төҙөлөшө лә шулай уҡ тамамланыу алдында. Ә республикала иң ҙур эстакадала эшселәр аҙна аҙағында асфальт һала башлаясаҡ.

Эстакада бөгөн 90 процентҡа тиклем әҙер. Объектта 80 процентҡа тиклем гидроизоляция эшләнелгән. Эш һөҙөмтәһе булып аҙна аҙағында төҙөүселәр асфальт түшәүгә тотонор тип көтөлә.

Павел Шаповал, «Пуск» йәмғиәтенең төҙөлөш буйынса идаралығы етәксеһе

Проект эсенә ингән юлдар төҙөлөшө лә йылдам алып барыла. Бөгөн 3 саҡрым самаһында эш теүәлләнгән дә инде.

Беҙ дөйөм эштән ҡәнәғәтбеҙ. Проекттың баш ҡала өсөн мөһим булыуына инандыҡ. Ысынлап та, Көнсығыш сығыу юлы автоһәүәҫкәрҙәрҙең ваҡытын көйләүгә үҙ өлөшөн индерер тигән ышаныста ҡалам. Ни тигәндә, ҡала үҙәгенән федераль трассаға һанаулы ваҡыт эсендә сығырға мөмкинлек бирә.

Рөстәм Баязитов, Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы йәмәғәт советы рәйесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты

Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшөн эшселәр 2023 йылдың 4-се квартылында тамамларға ниәтләй. Быға эштең план буйынса алып барылыуы ла, төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ күҙәтелмәүе лә мөһим роль уйнай.

Азат Ғәлиуллин