Өфө-Инйәр-Белорет трассаһы төҙөкләндерелә

Юлдың 11 участкаһы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса ремонтлана. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, әле юлсылар Ҡырмыҫҡалы, Белорет райондарында эшләй. Улар 30 километрға яҡын юлды яңырта. Эштәрҙе дүртенсе кварталда тамамлау ҡарала.