“Өфө” футболсылары яңы миҙгелдә үҙ майҙанында беренсе уйын үткәрә

Баш ҡала спортсылары 23 июлдә “Нефтсе” стадионында “Муром” командаһы менән осраша. Матч киске сәғәт 6-ла башлана. Көйәрмәндәр уйынды бушлай ҡарай ала. Быйыл команда LEON-Икенсе лигала сығыш яһай.